ilgizmo юлдарым şarkı sözleri
Хушлаштыҡ тағы ла, нишләрһең
Алыҫ юлдар һынай хистәрҙе
Хәтеремдән китмәй
Сәстәрең еҫтәре
Наҙлы күҙ карашын иҫләйем
Юлдарым көткәндә
Әйләнем ҡарамам
"хуш" - тейеп ҡулыңды болғама
Көн етер, яндарыңа кире ҡайтырмын
Тик "ҡасан?" - тип кенә һорама
Көн етер, яндарыңа кире ҡайтырмын
Тик "ҡасан?" - тип кенә һорама
Һин оҡшаш һәр ауыл ҡалаға
Күренгәс тә шул саҡ юғалаң
Һәр бер сираттағы айрылыу түҙемһеҙ
Үткән айрылыуға ҡараһаң
Юлдарым көткәндә
Әйләнем ҡарамам
"хуш" - тейеп ҡулыңды болғама
Көн етер, яндарыңа кире ҡайтырмын
Тик "ҡасан?" - тип кенә һорама
Көн етер, яндарыңа кире ҡайтырмын
Тик "ҡасан?" - тип кенә һорама
Юлда булыу ауыр тиһәң дә
Көткәндең яҙмышын тиңләмә
Күпкә ауыр бит шул йоҡоһоҙ төндәрҙә
Асыҡ юлдар теләү һөйгәнгә
Юлдарым көткәндә
Әйләнем ҡарамам
"хуш" - тейеп ҡулыңды болғама
Көн етер, яндарыңа кире ҡайтырмын
Тик "ҡасан?" - тип кенә һорама
Көн етер, яндарыңа кире ҡайтырмын
Тик "ҡасан?" - тип кенә һорама
Тик "ҡасан?" - тип кенә һорама